4 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2015 йыл, 12:37

Ураҙа байрамы ваҡытында республиканың почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығы 2015 йылдың 17 июлендә — мосолмандарҙың Ураҙа байрамы ваҡытында республика почта элемтәһе бүлексәләренең махсус эш режимын билдәләне.

Байрам алдынан иһә, йәғни 16 июлдә, бүлексәләрҙең эше бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

17 июлдә барлыҡ почта бүлексәләре лә ял итә. Ябыҡ типтағы почта элемтәһе бүлексәләренең эш режимы предприятие графигына ярашлы билдәләнә.

Башҡа көндәрҙә почта ғәҙәттәгесә хеҙмәтләндерәсәк.

темалар: рәсәй почтаһы