9 декабрь, Йома

14 июль 2015 йыл, 11:57

Алина Сөләймәнова «Вся Уфа» телеканалын етәкләне

фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Алина Сөләймәнова «Вся Уфа» телеканалының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. Был хәбәрҙе телекомпанияла раҫланылар, әммә телеканал коллективын яңы генераль директор менән таныштырмағандар әле.

Алина Сөләймәнова Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Рәсәй. Башҡортостан» каналдарында барған тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусы, улар араһында «Говорят, что...», «Знак вопроса» һәм «Уфимское Времечко» бар. Бронза Орфейға эйә булыусы, бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы.

«Вся Уфа» телеканалы тәүлек әйләнәһенә Өфөлә һәм Башҡортостандың биш ҙур ҡалаһында күрһәтә. «Вся Уфа» продюсер үҙәге 1999 йылда ҡала хакимиәте ҡарамағындағы муниципаль телекомпания булараҡ ойошторолған.