Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Омскиҙа һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә һәләк булған һалдаттарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.

Республика Башлығы һәләк булыусыларҙың – Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин, Рәнис Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов, Саҡмағош районынан Фидан Мәмлиев, Белореттан Вадим Нафиҡовтың ата-әсәләренә телеграмма ебәрҙе. Унда былай тиелә:

«Ғаиләгеҙгә килгән оло бәләне – улығыҙҙың һәләк булыуына бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Омск өлкәһенең Светлый ҡасабаһында Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһындағы ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Кисерелгән ҡайғыны һүҙ менән генә аңлатып биреү мөмкин түгел. Рух ныҡлығы һәм сабырлыҡ һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға».  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Омскиҙа дүрт ҡатлы казарма стенаһының бер өлөшө һәм ҡыйығы 13 июлдә, урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт берҙә, емерелеп төшкән. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр булған.

Омскиҙа емереклектәр аҫтында ҡалған десантсыларҙы ҡотҡарыу операцияһы тамамланды. 42 кеше табылған, улар араһында 23 һәләк булыусы һәм 19 яраланыусы бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть