3 декабрь, Шәмбе

14 июль 2015 йыл, 9:43

Быйыл Өфөлә глюкометрҙар һәм уларға тест-һыҙаттар етештерелә башлаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә, «Фармстандарт-ӨфөВИТА» компанияһының етештереү майҙансығында, OneTouch глюкометрҙары һәм уларға тест-һыҙаттар сығарыла башлаясаҡ. «Иннопром-2015» күргәҙмәһендә «Фармстандарт» һәм «Джонсон & Джонсон» корпорацияһы ошо хаҡта килешеү төҙөнө. Килешеү Рәсәй биләмәһендә ҡандағы глюкоза кимәлен үҙ аллы контролдә тотоу системаһын сығара башлауҙы, шулай уҡ яҡтар араһында диабет менән идара итеүҙең инновациялы технологияларын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында уҡ Өфөлә глюкометрҙар сығарыла башлай.

«Фармстандарт-ӨфөВИТА» компанияһының генераль директоры Владимир Крейман һүҙҙәренсә, киләсәктә Рәсәй продукцияһын сит илгә оҙатыу өсөн етештереүҙе киңәйтеү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.

темалар: сәнәғәт