3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2015 йыл, 18:00

Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 июлдә Мәскәүҙең «Коломенское» дәүләт музей-ҡурсаулығында һабантуй ойошторола. Байрам ошо күркәм урында бишенсегә уҙғарыла. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана һәм киске 9-ға тиклем дауам итә.

Байрам программаһында Мәскәү, Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының концерты, күңелле конкурстар һәм уйындар, милли сувенирҙар йәрминкәһе, билбау көрәше ҡаралған. Тамашасылар алдында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Далан» һәм «Карауан» төркөмө артистары, Римма Амангилдина, Марсель Ҡотоев, ҡурайсы Азат Биксурин, «Заман» этно-проекты сығыш яһаясаҡ.

Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары паркта башҡорт ауылын ҡорасаҡ, сувенирҙар күргәҙмә-һатыу, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, милли уйындар ойоштороласаҡ. Шунда уҡ башҡорт аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ. Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн 2010 йылдан алып 2015 йылға тиклем Мәскәүҙә үткәрелгән һабантуйҙар яҙмаһы күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы составына республиканың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов инә. Делегацияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй.

темалар: һабантуй