11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2015 йыл, 17:21

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлдө

фото: социаль селтәр

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлдө. Башҡортостандың хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, улар Салауат районынан Рөстәм Радик улы Шәйхуллин, Рәнис Руслан улы Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Әкрәм улы Йомағолов, Саҡмағош районынан Фидан Марс улы Мәмлиев, Белореттан Вадим Владислав улы Нафиҡов. Уларҙың барыһы ла быйыл яҙ Ҡораллы Көстәргә алынған. Медицина учреждениеларында булған яҡташтарыбыҙ хаҡында әлегә мәғлүмәттәр юҡ.

Омскиҙа емереклектәр аҫтында ҡалған десантсыларҙы ҡотҡарыу операцияһы тамамланды. 42 кеше табылған, улар араһында 23 һәләк булыусы һәм 19 яраланыусы бар.

Дүрт ҡатлы казарма стенаһының бер өлөшө һәм ҡыйығы 13 июлдә, урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт берҙә, емерелеп төшкән. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр булған.