5 декабрь, Дүшәмбе

13 июль 2015 йыл, 16:21

Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан 15 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан 15 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Университеттың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, әлеге мәлдә инженер факультетына (1524), хоҡуҡ институтына  (1366), физика-техника институтына (1289), философия һәм социология факультетына (1265), иҡтисад, финанс һәм бизнес институтына (1175),  идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтына (1027) меңдән ашыу ғариза бирелгән.

Инженер һәм тәбиғи-ғилми факультеттар араһында бюджет урындарға иң юғары конкурс: «Сифат менән идара итеү» (бер урынға 19,93 кеше), «Химия, физика һәм материалдар механикаһы» (12,48), «Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм элемтә системаһы» (12,03), «Стандартлаштырыу һәм метрология» (11,6), «Химия» (11), «Ғәмәли информатика» (10,79), «Электроника һәм наноэлектроника» (10,6), «Биология» (10,55), «Технологик машиналар һәм ҡорамалдар» (10,27)

Гуманитар факультеттар араһында бюджет урындарға иң юғары конкурс: «Юриспруденция» (бер урынға 31,6 кеше), «Социология» (21,71), «Психология» (21,6), «Журналистика» (18,6), «Лингвистика» (17), «Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә мәғлүмәт технологияларының хәүефһеҙлеге» (12,47), «Тарих» (12,28), «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» (11,16), «Документтар эшен алып барыу һәм архив эше» (11,1), «Нәшриәт эше» (10,4).

Быйыл Башҡорт дәүләт университетының төп вузы бюджет урындарға 1138 студент: көндөҙгө бүлеккә — 974, ситтән тороп уҡыу бүлегенә 164 кеше ҡабул итәсәк. Тағы ла меңгә яҡын абитуриентты Башҡорт дәүләт университетының филиалдарына ҡабул итергә ниәтләйҙәр. Магистратураға уҡырға инергә теләүселәр өсөн бюджет урындарының һаны — 563.