8 декабрь, Кесе йома

13 июль 2015 йыл, 15:19

Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығында торлаҡ өлкәһендә берҙәм үҫеш институты булдырыласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығында торлаҡ өлкәһендә берҙәм үҫеш институты булдырыласаҡ. Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа берҙәм институт булдырыу тураһында закон проектын раҫланы. Был хаҡта республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты сайтында хәбәр ителә.

Документты Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән. Торлаҡ өлкәһендә берҙәм үҫеш институты Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, бүлендек йәмғиәт, шул иҫәптән кредит ойошмалары булған йәмғиәттәр менән идара итеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

Берҙәм институттың эше ипотека торлаҡ кредитлауын һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә, торлаҡ өлкәһенең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу өсөн механизмдар әҙерләүгә һәм индереүгә йүнәлтеләсәк.

Закон проектына ярашлы, берҙәм институттың эшмәкәрлеген планлаштырыу документтары Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән килешеп эшләнәсәк.

Яңы структура «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһын ғәмәлгә ашырыуға һәм ҡуртым торлағын үҫтереүгә төп этәргес булырға тейеш. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы Михаил Мень билдәләүенсә, структура тулы күләмдәге дәүләт ярҙамын — торлаҡ төҙөлөшөн ер менән тәьмин итеүҙән алып торлаҡҡа түләүгә һәләтле булған ихтыяж тыуҙырыуға тиклем — булдырырға мөмкинлек бирәсәк.