Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» эстафетаһында ҡатнашыусылар күп балалы ғаиләләргә ярҙам итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

14 июлдә «Китап» нәшриәте магазинында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһында ҡатнашыусыларҙың сираттағы осрашыуы була. Эстафета Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимовҡа тапшырыла. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

«Китап» нәшриәтенең эстафетаһы милли баҫмаларҙы пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Эстафетала ҡатнашыусылар нәшриәт магазинында китап һайлап алып, уларҙы ойошмаларға, күп балалы ғаиләләргә бүләк итә.

Акция 10 июндә старт алды. Уны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев башлап ебәрҙе. Сарала Өфө сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичева, Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды рәйесе Люция Камаева, популяр йырсы, музыкант Радик Динәхмәтов, республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Олег Кушнерук һәм Башҡортостандың Милли симфоник оркестры етәксеһе Алексей Воронин ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть