Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары вакансиялар тәҡдим итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары вакансиялар тәҡдим итәсәк. 16 июлдә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ҡунаҡхана һәм ресторандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

Тәҡдим ителгән эш урындары араһында сифат буйынса инженер, бухгалтер, менеджер, администратор, кассир, йөк тейәүсе, водитель, электрик, ашнаҡсы, кондитер, икмәк бешереүсе, официант, бармен, һатыусы, һауыт-һаба йыуыусы, йыйыштырыусы бар. Шулай уҡ һөнәр һайлау, өҫтәмә белем алыу һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса белгес кәңәшен алырға мөмкин. Эш эҙләүселәр өсөн «Уңышҡа табан 10 аҙым» тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе ойошторола.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть