9 декабрь, Йома

13 июль 2015 йыл, 12:18

Башҡортостанда банкротҡа әйләнгән предприятиелар буйынса хәл үҙгәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2011 йылдан алып 2015 йылдың тәүге яртыһына тиклем Башҡортостанда банкротҡа әйләнгән предприятиелар 438-гә кәмегән һәм июлгә 766 компания иҫәпләнә. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хәбәр итә. Ошо уҡ осорҙа банкрот тип иғлан ителгән предприятиеларҙың дөйөм бурысы 14,2 миллиард һумдан 3 миллиардҡа тиклем төшкән.

Бынан тыш, һалымсылар ситтән (арбитраж) идара итеүселәрҙең эшмәкәрлеген даими контролдә тота. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында һалым органдарына мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәләре буйынса суд арбитраж идара итеүселәрҙең эшен законһыҙ тип табыу тураһында ете ғаризаны ҡәнәғәтләндергән, 16 идара итеүсегә штраф һалынған, туғыҙы дисциплина яуаплылығына тарттырылған.