9 декабрь, Йома

13 июль 2015 йыл, 11:36

13 июлдә республикала көн торошоноң боҙолоуы көтөлә

фото: БашДТП

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һауа торошоноң үҙгәреүен фаразлай. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең секундына 24 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә һәм йәйәүлеләргә һаҡ булырға саҡыра. Шулай уҡ бөгөн, айырыуса торлаҡ биналар янында, сүп-сар һәм ҡоро үлән яндырыу хәүефле.

Йәкшәмбе, 12 июлдә, Өфөлә йәшен йәшнәне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә булды: социаль селтәр менән ҡулланыусылар ел һындырған ботаҡтарҙың автомобилдәргә төшөү осраҡтарын теркәгән.  

темалар: һауа торошо