9 декабрь, Йома

13 июль 2015 йыл, 10:35

Өфө амфитеатрында яңы иҫтәлекле урын — «Ватан» этнопаркы барлыҡҡа килде

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары осоронда Өфө амфитеатрында «Ватан» этнопаркы асылды. Сит ил ҡунаҡтары күркәм тирмәләрҙә башҡорттарҙың милли йолалары һәм мәҙәниәте, шулай уҡ республика ҡаҙаныштары менән танышты. Проект ике йыл дауамында әҙерләнгән һәм Башҡортостан Башлығының 13,5 миллион һум күләмендәге грант аҡсаһына ғәмәлгә ашырылған. Проекттың маҡсаты — республиканың мәҙәни ҡеүәтен күрһәтеү.

Беренсе тирмәлә — башҡорттарҙың көнкүреше һәм йорт кәрәк-яраҡтары, икенсеһендә кейеҙ баҫыу, ағас һырлау, ҡымыҙ әҙерләү кеүек халыҡ һөнәрҙәре сағылдырылған. Өсөнсө тирмәлә Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары: нефть, алтын, йәшмә, баҡыр, металдар, аҫыл таштар тураһында белергә мөмкин. Дүртенсе тирмә төйәктең тәбиғәте һәм уның байлыҡтары хаҡында һөйләй, шунда уҡ балдан һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итергә була. Бишенсеһе иһә Башҡортостанда дуҫ һәм татыу йәшәгән милләттәр менән таныштыра. Алтынсы тирмәлә милли кейемдәрҙе кейеп ҡарау, йолаларҙа ҡатнашыу, төрлө образдарҙа фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Етенсе тирмәлә ҡунаҡтарға Өфөнөң архитектур киләсәге күрһәтелгән.

Тирмәләрҙә сувенирҙар, урындағы етештереүселәрҙән бал, милли кейемдәр һатып алырға мөмкин.

— «Ватан» паркы Өфө амфитеатры биләмәһендә урынлашҡан, Этноауыл паркта төп урынды биләй. Концепция авторы, рәссам Илдар Нуретдинов менән проект өҫтөндә эшләгәндә ҡанундарҙан ситкә тайпылырға теләнек. Һәр бер тирмәне эшләүҙә бик күп белгестәр ҡатнашты, шуға күрә проект сағыу килеп сыҡты. Быны беҙгә килгән бөтә делегация башлыҡтары һәм халыҡ-ара журналистар ҙа билдәләп үтте, — тип һөйләне Ҡала проекттарын үҫтереү фондының башҡарма директоры Виталий Пилипчук.  

Саммиттар барған осорҙа «Ватан» этник паркына ике меңгә яҡын кеше килгән. Өфө халҡы өсөн этнопарк 15 июлдә асыла һәм һыуыҡтар башланғансы эшләйәсәк. Бында туй тантаналары өсөн махсус программа әҙер. Ирекмәндәр паркта эшләүен дауам итәсәк. Балалар өсөн паркка инеү бушлай, өлкәндәр өсөн депозит түләүе ҡаралған, уға фотоға төшөү, һыйлау һәм сувенир инә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән этнопарктың рәсми сайтында танышырға мөмкин.