4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2015 йыл, 17:39

Рөстәм Хәмитов ШОС дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашты

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 июлдә Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

Саммитта ҡатнашыусылар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2014-2015 йылдарҙағы эшенә йомғаҡ яһаны, ойошма эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләрен ҡараны, артабан үҙ-ара килешеп эш итеүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне һәм мөһим халыҡ-ара, төбәк мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Өфө саммитында Рәсәйҙең 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеүе тамамлана, тип билдәләне Рәсәй Президенты Владимир Путин, кәңәшмәне асып. Ул бөтә йүнәлештәге эшмәкәрлек буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе артабан үҫтереүгә, ойошманың ҡеүәтен һәм абруйын нығытыуға йүнәлтелде.

Рәсәйҙең Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеү осоронда 80-гә яҡын сара үткәрелде. Дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында мөһим документтарға, шул иҫәптән Өфө декларацияһына һәм ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуйылды. Унда алдағы ун йылда хеҙмәттәшлектең аныҡ бурыстары билдәләнгән.

— Бөгөнгө саммитта Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы үҫешендә яңы этап асыла. Ойошма булдырылғандан алып тәүге тапҡыр яңы ағзалар — Һиндостан менән Пакистан ҡабул ителә. Беҙ Белоруссия Республикаһына күҙәтеүсе ил статусын бирергә һөйләштек, — тине Владимир Путин. — Бынан тыш, Азербайжан, Әрмәнстан, Камбоджа һәм Непал диалог буйынса партнер статусын аласаҡ.

темалар: бр башлығы, шос