6 декабрь, Шишәмбе

10 июль 2015 йыл, 16:59

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы лидерҙары Өфө декларацияһына ҡул ҡуйҙы

фото: сараның рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышында Өфө декларацияһы ҡабул ителде. Декларацияла Рәсәйҙең ойошмала рәйеслек итеү осоронда дәүләт-ара эшмәкәрлек алып барыу һөҙөмтәләре, күҙаллауҙар һәм бурыстар билдәләнгән.

Документта берекмә илдәренең Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын артабан үҫтереү тәҡдимдәре, мөһим халыҡ-ара һәм төбәк проблемаларына ҡараштары, ойошманың беренсе сираттағы бурыстары сағылдырылған.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы лидерҙары Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ҡабул итеү тәртибенең башланыуы тураһында ҡарарҙы раҫланы һәм Белоруссияға күҙәтеүсе ил статусын биреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Азербайжанға, Әрмәнстанға, Камбоджаға һәм Непалға диалог буйынса партнер статусы биреләсәк.