Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

ШОС илдәре башлыҡтары Советының киләһе ултырышы 2016 йылдың сентябрендә Ташкентта уҙасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтары Советының киләһе ултырышы 2016 йылдың сентябрендә Ташкентта уҙасаҡ. Был хаҡта Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов Өфөлә белдерҙе. Башҡортостандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының киңәйтелгән ултырышы бара. Унда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан етәкселәре, шулай уҡ биш күҙәтеүсе илдең (Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан) башлыҡтары, Рәсәй Президенты ҡунағы булараҡ Төркмәнстан президенты ҡатнаша.

Киләһе йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеү Рәсәйҙән Үзбәкстанға күсә. Сара 2016 йылдың сентябрендә уҙғарыласаҡ тип күҙаллана. Ислам Кәримов һүҙҙәренсә, Совет ултырышының аныҡ датаһы донъялағы, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙәге хәлдәргә ҡарап билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть