6 декабрь, Шишәмбе

10 июль 2015 йыл, 15:43

Ҡаҙағстан ҡунаҡтары Башҡортостандағы Аҡмулла музейында булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстан ҡунаҡтары Милли әҙәбиәт музейының филиалы — Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейында булды. Делегацияны яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, Әхмәт Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының вице-президенты, Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Ергобек Кулбек етәкләне.

Мәғрифәтсе-шағир, башҡорт шиғриәте классигы Мифтахетдин Аҡмулланың музейы тыуған төйәгендә 1981 йылда, тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы асылған. Музейҙа 400-ҙән ашыу экспонат һаҡлана. Ҡунаҡтарҙы филология фәндәре докторы, яҙыусы, профессор Мирас Иҙелбаев менән шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Гөлфиә Юнысова оҙатып йөрөнө.

«Ҡаҙағстан ҡунаҡтары мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Ҡайһы бер һорауҙар буйынса бәхәсләшеп тә алдыҡ», — тип билдәләне Аҡмулла музейының мөдире, яҙыусы Фәнис Янышев.

Ҡунаҡтар шулай уҡ Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә һәм Миәкә районындағы Нарыҫтау изге шишмәһендә булды.