Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләге Конгресс-холда ШОС илдәре башлыҡтары ултырышы башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы эшләй башланы. Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан башлыҡтары фотоға төшкәндән һуң, Совет ултырышында үҙ-ара осрашыуҙар башланды. Һуңынан консультациялар делегация ағзалары ҡатнашлығында дауам итәсәк.

Саммитта ҡатнашыусылар Шанхай ойошмаһының 2014-2015 йылдарҙағы эшенә йомғаҡ яһаясаҡ, ойошма эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләрен ҡараясаҡ, артабан үҙ-ара килешеп эш итеүҙең төп йүнәлештәрен билдәләйәсәк һәм мөһим халыҡ-ара, төбәк мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть