3 декабрь, Шәмбе

10 июль 2015 йыл, 13:52

Баш ҡалала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2025 йылға тиклемге стратегияһы ҡабул ителәсәк — Дмитрий Мезенцев

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара саммиттар барышында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышы була. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев фекеренсә, был пландар билдәләү, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен баһалау йәһәтенән төп ваҡиға булып тора.

«Дәүләт башлыҡтары Өфө декларацияһын ҡабул итәсәк, унда үҙ-ара эшмәкәрлек, эш һөҙөмтәләре, киләсәккә күҙаллауҙар һәм бурыстар билдәләнгән», — тип һөйләне брифингта ШОС-тың генераль секретары. Мезенцев ойошманың дәүләт башлыҡтарына 2025 йылға тиклемге стратегия проектын тәҡдим итеүенә айырым иғтибар йүнәлтте.«Был Рәсәй башланғысы менән индерелгән бик мөһим документ. Уны ШОС ағзалары булған илдәрҙең вәкилдәре әҙерләне», — тине ул.

Рәсәй эксперттары, «6+3»  формулаһына ярашлы диалог буйынса партнерҙарҙың эшмәкәрлеген киңәйтеү — көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙең береһе, тип иҫәпләй. Был Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы 14 илдең ҡеүәтен нығыта.

«ШОС стратегияһы — яңы үҫеш философияһы. Был ойошманың төбәктә халыҡ-ара көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүен билдәләй. ШОС стратегияһы — үҙ-ара эшмәкәрлек нигеҙе, ойошманың берләшеүе», — тип билдәләне Дмитрий Мезенцев.