8 декабрь, Кесе йома

10 июль 2015 йыл, 13:07

Өфөлә ШОС дәүләттәре башлыҡтарының берлектәге ултырышы үтәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 июлдә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан башлыҡтары Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ.

Һуңғы ике көндә Өфө донъяуи иҡтисади һәм сәйәси майҙанға әүерелде, тип хәбәр итә ТАСС. Дәүләт башлыҡтары иҡтисад, финанс өлкәһендәге мөһим проблемаларҙы тикшерҙе, киләсәктә ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттар буйынса мәсьәләләрҙе хәл итте. Йома сәйәсәт, социаль өлкә һәм хәүефһеҙлек иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков һөйләүенсә, Советтың киңәйтелгән составында биш күҙәтеүсе илдең (Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан) башлыҡтары, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡунағы булараҡ Төркмәнстан Президенты ҡатнашасаҡ.

Дәүләт башлыҡтары мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәштәр менән алмашыу, туризмды әүҙемләштереү кәрәклеге хаҡында фекер алышасаҡ.

Президенттар Һиндостан менән Пакистанды Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡабул итеү тәртибен хәл итәсәк, һөҙөмтәлә ойошмаға «ҙур һигеҙ» илдәре берләшмәләре тигән рәсми булмаған статус бирелеүе ихтимал. Иран ойошмаға ағза итеп алыуға рәсми ғариза биргән дә инде. Бер нисә ил (Азербайжан, Әрмәнстан, Бангладеш, Белоруссия, Шри-Ланка, Сирия, Украина, Мальдив Республикаһы, Камбоджа, Мысыр) Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының күҙәтеүсеһе йәки партнеры статусын биреү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.

Саммит йомғаҡтары буйынса ойошманың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын раҫлау, Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыу күҙаллана. Президенттар сик буйы мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡ, алдағы өс йылда терроризмға, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итеү программаһын раҫлаясаҡ.

темалар: шос, брикс, өфө