Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала БРИКС һәм ШОС илдәре лидерҙары хөрмәтенә Рәсәй Президенты исеменән ҡабул итеү ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Кисә Өфөлә БРИКС саммитында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә Рәсәй Президенты исеменән рәсми ҡабул итеү ойошторолдо. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Тантаналы сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Илдәребеҙҙе һәм халҡыбыҙҙы дуҫтарса мөнәсәбәт кенә түгел, шулай уҡ  донъябыҙҙа тыныслыҡ булдырыу, тотороҡло үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу теләге берләштерә. БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы кеүек күп яҡлы ойошмалар сиктәрендә эшләүҙең, ике яҡлы бәйләнештәр булдырыуҙың төп асылы шунда, — тине сәләмләү һүҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин. — Бында күрһәтелгән дәүләттәрҙең күбеһе Евразияла урынлашҡан. Был — беҙҙең йортобоҙ, барыбыҙ ҙа ошо йортта тыныслыҡ, муллыҡ булыуын, экстремизмға юл ҡуйылмауын теләйбеҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләү һөҙөмтәләре ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур өлөш индерер, тип ышанам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть