7 декабрь, Шаршамбы

10 июль 2015 йыл, 10:45

БРИКС илдәре лидерҙары Өфө декларацияһын раҫланы

фото: сараның рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 9 июлдә саммитта БРИКС илдәре башлыҡтары Өфө декларацияһын ҡабул итте. Унда берекмәнең үҙ-ара килешеп эш итеүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса мөнәсәбәте сағылдырылған. Шулай уҡ Өфө эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйылған, унда БРИКС-тың 2016 йылға һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән күләмле бурыстары билдәләнгән. БРИКС-тың Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы раҫланған.

Ошо мөһим документтарҙан тыш, Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы лидерҙары алдында мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында хөкүмәт-ара килешеүгә, Яңы үҫеш банкы менән хеҙмәттәшлек, биш илдең сит ил эштәре министрлыҡтары араһында үҙ-ара эшмәкәрлек, БРИКС-тың берлектәге сайтын төҙөү тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин йомғаҡлау сығышында саммиттарҙың программаһы бай һәм йөкмәткеле булыуын билдәләне. Дәүләт башлыҡтарының үҙ-ара һәм киңәйтелгән осрашыуҙары төп ваҡиғалар булды. Өфөләге саммит Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына 70 йыл тулған мәлдә үтә һәм ошо юбилей саралары донъя йәмәғәтселегенә тыныслыҡты, тотороҡлоҡто, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында берләшеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй башлығы.

темалар: брикс саммиты