5 декабрь, Дүшәмбе

10 июль 2015 йыл, 10:01

Өфөлә БРИКС илдәренең IV Профсоюз форумы үтте

фото: Мирон Доровских | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 июлдә Өфөнөң Профсоюздар йортонда IV Профсоюз форумы үтте, унда БРИКС илдәре вәкилдәре ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, пленар ултырыш барышында профсоюз ойошмалары лидерҙары Профсоюз форумы декларацияһын ҡабул итте. Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков документты Рәсәй Президенты Владимир Путинға тапшырҙы.

«Тарала барған глобалләштереү эш урындарын һәм Ерҙең экосистемаһын бөтөрөүгә килтерә. 2014 йылда планета халҡының бер проценты донъя күләмендәге байлыҡтың 48 процентына эйә булған, 2016 йылда иһә яртыһынан күберәге ошо «алтын процент»ҡа эйә буласаҡ. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының докладына ярашлы, 2014 йылда донъяла эшһеҙлек 207 миллион кеше тәшкил иткән. Бындай иҡтисади модель тигеҙһеҙлекте көсәйтә, демократияны көсһөҙләндерә һәм ғәҙеллекте ҡаҡшата», тип билдәләнә Декларацияла.

Профсоюз форумында Рәсәй, Бразилия, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһының 18 милли профсоюз ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.