10 декабрь, Шәмбе

09 июль 2015 йыл, 17:18

Баш ҡалаға Пакистан Премьер-министры Наваз Шәриф килде

фото: сараның рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 9 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Пакистан Премьер-министры Наваз Шәриф килде. Өфө аэропортында уны һәм тормош иптәшен республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Наваз Шәриф Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Был ойошма менән Пакистан күҙәтеүсе ил булараҡ хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ Пакистан Президенты БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Пакистан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 565,1 мең доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 86 проценты экспорт тауарҙарына тура килә.

Республиканан Пакистанға химия сәнәғәте продукцияһы оҙатыла. Пакистандан Башҡортостанға медицина техникаһы изделиелары, күн һәм трикотаж бирсәткәләр, һарыҡ тиреһенән тегелгән кейем-һалым һәм башҡа тауарҙар килтерелә.

Шулай уҡ бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримов, Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев килде. Кисен Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаевтың килеүе көтөлә.