Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләге симфоник open air федераль яҡтан финансланыуы ихтимал — Владимир Мединский

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Симфоник төн» проектының маҡсатлы программаға инеүе һәм федераль яҡтан финансланыуы ихтимал. Был турала Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Өфөлә БРИКС саммиты сиктәрендә барған брифингта хәбәр итте.

«Проект оҡшаны. Мин уны федераль бюджеттан аҡса бүлеп, «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһына индерергә тәҡдим иттем», — тине министр.

Владимир Мединский фекеренсә, асыҡ һауалағы концерт йәштәр араһында классик музыканы пропагандалау өсөн бик һәйбәт. Федераль аҡсаға дәғүә итеү өсөн сараға меңдәрсә тамашасы килергә тейеш. «25 мең — иң сикке кимәл», — тип аңлатма бирҙе министр. Киләһе open air сентябргә билдәләнгән. Ул композитор Петр Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть