4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2015 йыл, 15:59

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән осрашты

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 9 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән осрашты. Яҡтар иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек үҫеше мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу алдынан Рөстәм Хәмитов һәм Эмомали Рахмон ХХ быуатта йәшәгән Тажикстан рәссамдарының Ирандың Рәсәйҙәге Илселеге етәкселегендә ойошторолған «Таулы яҡтың һынлы сәнғәт әҫәрҙәре. Тажикстан. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ере» исемле картиналар күргәҙмәһен ҡараны. Күргәҙмәгә Рәсәйҙең шәхси коллекцияһынан 300-ҙән ашыу рәсем ҡуйылған.

«Быны Дүшәнбе ҡалаһында ла күрһәтергә кәрәк. Илебеҙ халҡы ла Тажикстан мәҙәниәтенең үҫеше өсөн күп көс һалған кешеләрҙең эштәре менән танышһын ине», — тине Эмомали Рахмон.

Башҡортостан менән Тажикстан араһында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек юғарыраҡ темптар менән үҫешергә тейеш, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«Бөгөн Тажикстан төбәктәре менән эшләргә, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу зарурлығы бәхәсһеҙ. Берлектәге эшмәкәрлегебеҙҙең ошо йүнәлешенә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым», — тине Рөстәм Хәмитов. Ул республиканың Тажикстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе. Уның фекеренсә, мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса ла эш алып барырға кәрәк. «Дүшәнбелә Башҡортостан мәҙәниәтен, иң яҡшы эштәребеҙҙе күрһәтергә теләйбеҙ», — тине Рөстәм Хәмитов. Былтыр Дүшәнбе ҡалаһына сәфәрен иҫенә төшөрөп, ул ваҡытта Президенттың китапханаһы ҙур тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне.

Үҙ сиратында, Эмомали Рахмон Башҡортостан Башлығына республика властарының Тажикстандың Өфөләге генераль консуллығына күрһәткән даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. «Был беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, ярҙамығыҙҙы юғары баһалайбыҙ», — тине Тажикстан башлығы. Тажикстан яғы Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе «ике ил араһындағы стратегик партнерлыҡтың мөһим өлөшө булараҡ» ҡарауын билдәләне.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 67,5 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорт тауарҙарынан торған.

Республика биләмәһендә Тажикстан капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 16 берлектәге предприятие эшләй. Былтыр Тажикстандың Хатлон өлкәһе менән Башҡортостан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.