5 декабрь, Дүшәмбе

09 июль 2015 йыл, 14:45

Дмитрий Песков: «Футбол — иң популяр, яратҡан спорт төрө»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионаты донъяла, илебеҙҙә көтөп алынған мөһим спорт ваҡиғаһы буласаҡ. Был хаҡта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков Өфөлә уҙған брифингта белдерҙе.

Дмитрий Песков спорт министры Виталий Мутконың «донъя чемпионатын үткәреүгә илдең 80 процентҡа яҡын халҡы йәлеп ителәсәк» тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө.

Песков Бразилияла футболды яҡшы уйнауҙарын һәм яратыуҙарын таныны. «Әлбиттә, беҙ ыңғай тәжрибәне үҙләштерәсәкбеҙ», — тине ул.

«Социологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, футбол — иң популяр, яратҡан спорт төрө. Ул популярлығын юғалтасаҡ тигән хәүеф юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президентының матбуғат секретары.

Рәсәй халыҡ-ара спорт һәм башҡа сараларҙы уҙғарыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булыуын бер нисә тапҡыр раҫланы һәм башҡа илдәргә өлгө күрһәтте, тип билдәләне Дмитрий Песков.

Шулай уҡ ул, кисә Башҡортостандың баш ҡалаһында асылған ШОС һәм БРИКС саммиттарында бөтә донъянан йыйылған 1700-гә яҡын журналист эшләй, тип хәбәр итте.