8 декабрь, Кесе йома

09 июль 2015 йыл, 13:10

Баш ҡалаға Афғанстан Президенты Әшрәф Ғәни Әхмәдзай килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 9 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Афғанстан Президенты Әшрәф Ғәни Әхмәдзай килде.

Өфөлә ул Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Был ойошма менән Афғанстан күҙәтеүсе ил булараҡ хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ Афғанстан Президенты БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Афғанстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 1,9 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорт тауарҙарынан торған. Тауар әйләнешендәге иң юғары күрһәткес 2012 йылда, республика Афғанстанға нефть продукттарын оҙатҡан ваҡытта күҙәтелгән.

Республика биләмәһендә Афғанстан капиталы ҡатнашлығында ойошторолған әҙер металл изделиеларын эшләү, төҙөлөш, күмәртәләп һатыу, һыу транспорты өлкәһендә мәшғүл биш берлектәге предприятие эшләй.

Шулай уҡ бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән Әрмәнстан Президенты Серж Саргсян килде.