4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2015 йыл, 12:07

Өфө амфитеатрында ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары өсөн «Ватан» этнопаркы асылды

фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө амфитеатрында «Ватан» этник паркы эшләй башланы. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған көндәрҙә ҡунаҡтар һәм сит ил делегациялары башҡорттарҙың милли йолалары һәм мәҙәниәте, шулай уҡ республика ҡаҙаныштары менән таныша аласаҡ.

Этноауыл башҡорт ырыуҙарының һаны буйынса ҡоролған ете тирмәнән тора. Унда төбәктең үҙенсәлектәре сағылдырылған. Бында ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбырасылар, йырсылар һәм бейеүселәр сығыш яһай, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары халыҡ һөнәрҙәрен күрһәтә. Республиканың төрлө мөйөштәренән «Уралтау» (Ейәнсура районы), «Табын» (Ғафури районы), «Елмерҙәк» (Белорет районы), «Тамға» (Благовар районы) этнотөркөмдәре, солистар Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев, Гөлгөнә Баймырҙина, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Гүзәл Үмәрғәлина һәм башҡалар килгән.

2013 йылда Өфө амфитеатры тәүге тапҡыр күләмле акциялар үткәреү өсөн майҙансыҡ булараҡ файҙаланылды. Бында бер нисә киносеанстар һәм «Башҡортостанда тыуғандар» классик музыка концерты ойошторолдо.