8 декабрь, Кесе йома

09 июль 2015 йыл, 11:23

Баш ҡалаға Иран Президенты Хәсән Рухани килде

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Иран Президенты Хәсән Рухани килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Хәсән Рухани Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Был ойошма менән Иран күҙәтеүсе ил булараҡ хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ Иран Президенты БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Иран араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 281,9 мең доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә импорт тауарҙарынан торған. Тауар әйләнешендәге иң юғары күрһәткес 2011 йылда күҙәтелгән.

Шулай уҡ кисә республикаға эш сәфәре менән Бразилия Президенты Дилма Роуссефф, бөгөн иһә Монголия Президенты Цахиагийн Элбэгдорж килде.