9 декабрь, Йома

09 июль 2015 йыл, 10:45

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡытай лидерҙары «Ебәк юлы» һәм Евразия иҡтисади союзына бәйле проекттарҙы тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөләге осрашыу ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе «Ебәк юлы» һәм Евразия иҡтисади союзына бәйле проекттарҙы тикшерҙе. Был хаҡта Ҡытай Халыҡ Республикаһы Сит ил эштәре министрлығының Европа һәм Үҙәк Азия департаменты директоры Гуй Цунъю ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә үткән брифингта белдерҙе. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу майҙансығы булараҡ ҡарала, тип билдәләне ул.

Гуй Цунъю билдәләүенсә, Ҡытайҙың инвестициялары Рәсәйгә йүнәлтелә. Рәсәй биләмәһендә нефтте һәм газды үҙләштереү — Ҡытай өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. «Киң хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Нефть һәм газдан тыш, Рәсәй иҡтисадына, шул иҫәптән социаль проекттар өлкәһендә инфраструктураны үҫтереүгә инвестиция һалырға әҙербеҙ», — тип билдәләне Гуй Цунъю.

Арктикала хеҙмәттәшлек итеү һәм Алыҫ Көнсығыш төбәген үҫтереү ике илдең сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй дипломат.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин Өфөгә беренсе тапҡыр килде. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа ул Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.