Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Александр Лукашенко Башҡортостан менән Белоруссияның оҡшаш булыуын билдәләне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов, Ғәлиә Нәбиева/.

8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Белоруссия Республикаһы Президенты Александр Лукашенко килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Александр Лукашенко Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Белоруссия Президенты БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Белоруссия араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 458,8 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 70 проценттан ашыуы экспорт тауарҙарына тура килә.

Республика биләмәһендә Белоруссия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 25 берлектәге предприятие эшләй.

Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Владимир Путинға Башҡортостанға килеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. «Рәсәйҙең күркәм мөйөшөндә булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Өфөгә тәүгә килеүем. Бик матур, уңайлы ҡала. Үҙгәргән. Белоруссияға оҡшаш».

Рәсәй Президенты Белоруссия лидерын Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында статусы күтәрелеүе менән ҡотланы. Владимир Путин һүҙҙәренсә, ошо мәсьәлә хәл ителгән тиерлек. Хәҙер ул ойошманың күҙәтеүсе дәүләте буласаҡ.

Александр Лукашенко Владимир Путин менән тикшерергә теләгән мәсьәләләрҙе билдәләне. Улар араһында — Евразия иҡтисади союзы сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү.

Саммиттарҙың тәүге көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытай, Тажикстан, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Белоруссия лидерҙары менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть