3 декабрь, Шәмбе

08 июль 2015 йыл, 17:28

Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде

фото: сараның рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Путин — рәйеслек итеүсе ил башлығы булараҡ — БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ.

БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү юлдары тикшереләсәк. БРИКС-тың яңы үҫеш банкы һәм Валюта резервтары берекмәһенең эшмәкәрлек перспективалары тураһында фекер алышыу буласаҡ. Саралар программаһында БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союздарының дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған. Рәсәй Президенты БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән айырым әңгәмә үткәрәсәк. Саммит йомғаҡтары буйынса бер нисә документ ҡабул итеү планлаштырылған.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының көн тәртибендә – ойошманы артабан үҫтереү, уның халыҡ-ара ареналағы ролен нығытыу, мөһим донъя һәм төбәк проблемалары буйынса идара итеүҙе көйләү мәсьәләләре. Лидерҙар документтар йыйылмаһына, шул иҫәптән ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуясаҡ. Шулай уҡ Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү ғәмәлен башлау көтөлә. Саммит йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ.

Өфөлә Владимир Путиндың БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән ике яҡлы осрашыуҙары ҡаралған.