6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2015 йыл, 16:57

Яңы банк булдырыу БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышының төп темаһы булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. БРИКС-тың яңы үҫеш банкын булдырыу Өфөлә барған БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышының төп темаһы булды. Ҡатнашыусылар финанс структураһының эш параметрҙарын тикшерҙе. Был хаҡта журналистарға БРИКС-тың Эшлекле советында Рәсәй яғынан рәйес, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин хәбәр итте.

«Коллегарыбыҙ күберәк БРИКС-тың яңы үҫеш банкы, уның мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барҙы, — тине Сергей Катырин. — Банктың ниндәй булырға тейешлеге, эшҡыуарлыҡ, инвестиция проекттарын финанслауға бәйле сараларҙы ябайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны». Әлеге мәлдә «төп параметрҙар раҫланған, яҡын арала ул эшләй башларға тейеш».

Сергей Катырин һүҙҙәренсә, Бразилияла Рәсәй яғы 37 инвестиция проектын тәҡдим иткән, «коллегаларыбыҙҙың да тәҡдимдәре аҙ түгел». Уларҙы БРИКС-тың үҫеш банкы һайлап аласаҡ.

Проекттарҙың күбеһе инфраструктураға, автомобиль, тимер юлдарын, порт ҡоролмаларын төҙөүгә ҡағыла, тип аңлатма бирҙе БРИКС-тың Эшлекле советында Рәсәй яғынан башлыҡ. Рәсәйҙең төп проекттарының береһе — юғары тиҙлекле тимер юлын төҙөү, «тәүҙә ул Мәскәү — Ҡазан, дөйөм алғанда, Мәскәү — Пекин булараҡ уйланылған».