4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июль 2015 йыл, 16:12

Өфөгә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин килде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин килде. Аэропортта уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Си Цзиньпин БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 79 проценты экспорт тауарҙарына тура килә.

Республика биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 18 предприятие эшләй. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.