3 декабрь, Шәмбе

08 июль 2015 йыл, 15:37

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади картаһында лайыҡлы урын биләй»

видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан — Рәсәйҙең иҡтисади картаһында лайыҡлы урын биләгән бай, уңышлы республика, шуға күрә өс йыл элек ҡалабыҙға, республикабыҙға Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын үткәреү хоҡуғы бирелде. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә журналистар өсөн ойошторолған брифингта белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы төбәктең иҡтисади ҡеүәте тураһында һөйләне, республиканың Рәсәйҙең ҙур төбәге булыуын билдәләне. «Халыҡ һаны буйынса беҙ етенсе урында, ә майҙан буйынса тәүге егерме субъект исемлегенә инәбеҙ. Сәнәғәтебеҙ ҡеүәтле», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика нефть менән дан тота, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Шулай уҡ ул төбәктең ауыл хужалығындағы уңыштары, экологик яҡтан таҙа, туҡлыҡлы, файҙалы продукттар етештереү хаҡында һөйләне.

Төбәк етәксеһе сәнәғәт етештереүендәге, тау-металлургия тармағындағы уңыштар менән дә бүлеште. Атап әйткәндә, ул машиналар эшләү предприятиелары тураһында һөйләне. Шуларҙың иң ҙуры — Өфө моторҙар эшләү берекмәһе. Унда хәрби авиация двигателдәре сығарыла. Быйыл заводҡа 90 йыл тула. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә күсерелгән.

Халыҡ-ара форумдарға әҙерлеккә йомғаҡ яһап: «Саммиттарға бер ай ҡалғас, бөтә объекттар ҙа тапшырылды, ҡала ла әҙер», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Дөйөм алғанда, беҙ саммиттарҙы үткәреүгә йөҙ процентҡа әҙер. Бөтә системалар ҙа эшләй, инфраструктура әҙер. Өфө мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.