6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2015 йыл, 14:31

Башҡортостанда Ҡытай капиталы ҡатнашлығында ун инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға әҙерләйҙәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда Ҡытай Халыҡ Республикаһы инвесторҙары ҡатнашлығында ун инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға әҙерләйҙәр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 8 июлдә халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә үткән «Өфө — ШОС һәм БРИКС саммиттарының баш ҡалаһы» брифингы барышында хәбәр итте.

— Беҙ инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырабыҙ. Уларға һалым льготалары булдырыла, административ ҡаршылыҡтар ҙа аҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләү өсөн шарттар бик уңайлы, — тине республика Башлығы.

Республика Ҡытай партнерҙары менән ауыл хужалығы, предприятиелар, атап әйткәндә, рапс майы, шәкәр етештереү буйынса завод төҙөү өлкәһендә эшләйәсәк. Шулай уҡ металлургия заводын төҙөү планлаштырыла, унда металл һыныҡтары эшкәртеләсәк. Заводтың ҡеүәте йылына 300-400 мең тонна тәшкил итер тип күҙаллана. Тау сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендә эш планлаштырыла, уларҙан алтын, көмөш алырға мөмкин.

— Туризм, логистика һәм магистралдәр төҙөү өлкәһендәге проекттарҙы ҡарайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быйыл төҙөлөш башланасаҡ, ә 2016-2017 йылдарҙа объекттар сафҡа индереләсәк тип планлаштырыла.