11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июль 2015 йыл, 13:04

Владимир Путин БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыу өсөн Өфөгә юллана

фото: Рәсәй Президенты сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә юллана, алдағы өс көндә унда БРИКС һәм ШОС саммиттары уҙғарыла, тип хәбәр итә ТАСС. БРИКС саммиты саралары бөгөн, 8 июлдә, асыла. Кисен ил етәкселәренең рәсми булмаған аш мәжлесе үтәсәк.

9 июлдә лидерҙар БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре һәм Эшлекле совет ағзалары менән осрашасаҡ. Шунан һуң дәүләт башлыҡтары бергә йыйыласаҡ, ошо осрашыуҙың бер өлөшө иртәнге аш форматында уҙасаҡ. Ил лидерҙары Украиналағы, Грециялағы хәлдәрҙе һәм «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнә ҡаршы көрәште тикшерәсәк.

Һуңынан киңәйтелгән ултырыш һәм документтарға ҡул ҡуйыу тантанаһы буласаҡ. Рәсәй Президенты саммиттарға йомғаҡ яһаясаҡ һәм ике яҡлы осрашыуҙар үткәрәсәк. Шул уҡ көндө БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы илдәре лидерҙарының рәсми булмаған осрашыуы, шулай уҡ БРИКС ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләттәр хөрмәтенә ҡабул итеү ойошторола.

Саммит йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына һәм Эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйыу ҡаралған. Рәсәйҙең тәҡдиме буйынса БРИКС илдәренең 2020 йылға тиклемге Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы ҡабул ителәсәк.