Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалаға Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Эмомали Рахмон Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Тажикстан Президенты БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 67,5 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорт тауарҙарынан торған.

Республика биләмәһендә Тажикстан капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 16 берлектәге предприятие эшләй. Былтыр Тажикстандың Хатлон өлкәһе менән Башҡортостан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть