5 декабрь, Дүшәмбе

08 июль 2015 йыл, 12:08

Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышы асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышы башланды. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан үткәрелә һәм Рәсәйҙең БРИКС-та рәйеслек итеү программаһына индерелгән. Эшлекле совет ағзалары Holiday Inn — Өфө ҡунаҡханаһына урынлашты.

Көндөң тәүге яртыһында Рәсәй яғы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Уларҙың БРИКС-тың Эшлекле советы буйынса сит ил коллегалары Рәсәйҙең рәйеслек итеү тәртибе буйынса тәҡдимдәрен индерәсәк. Йыллыҡ отчетҡа һәм инвестиция хеҙмәттәшлеге декларацияһына ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Декларацияны Бразилия яғы әҙерләгән.

Көндөң икенсе яртыһында ошо майҙансыҡта БРИКС-тың Эшлекле советы ағзалары Башҡортостандың власть органдары һәм эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашасаҡ.

9 июлдә Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы дәүләт башлыҡтары менән осрашыу үткәрә.

2013 йылдың 27 мартында Көньяҡ Африка Республикаһының Дурбан ҡалаһында үткән V БРИКС саммитында БРИКС-тың Эшлекле советы ойошторолоуы хаҡында иғлан ителде. Уға биш илдән бишәр вәкил инә. Рәсәй яғынан рәйес — Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин. Унан башҡа, БРИКС-тың эшлекле советына Внешэкономбанк рәйесе Владимир Дмитриев, Рәсәй тура инвестициялар фондының генераль директоры Кирилл Дмитриев, «Рәсәй технологиялары» дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов һәм Рәсәй тимер юлдары президенты Владимир Якунин ингән.

Эшлекле совет сиктәрендә БРИКС дәүләттәренең эшлекле даирәләре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелә, эшҡыуарлыҡ берләшмәләре һәм хөкүмәт структуралары вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр уҙғарыла.