3 декабрь, Шәмбе

08 июль 2015 йыл, 11:05

Рөстәм Хәмитов: «Имтихан алдынан кешеләр һәр саҡ тулҡынлана»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Имтихан алдынан кешеләр һәр саҡ тулҡынлана. Был аңлашыла, сөнки Өфө беренсе тапҡыр күләмле халыҡ-ара сараларҙы — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарын ҡабул итә», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй 24» телеканалына биргән интервьюһында.  

Әңгәмә 7 июлдә, саммиттар башланыуға бер көн ҡалғас, халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә ойошторолдо.

«Өфө иң ҙур һәм ҡыҙыҡлы сараларҙы ҡабул итә аласаҡ заманса отелдәр менән тулыһынса тәьмин ителгән ҡалалар исемлегенә инде. Ошо йәһәттән Өфөнө туристик үҙәк булараҡ билдәләйәсәкбеҙ», — тип белдерҙе республика етәксеһе.

Шулай уҡ ул Башҡортостандың Ҡытай, Тажикстан, Ҡырғыҙстан төбәктәре менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте. «Әлеге ваҡытта Һиндостан менән шундай килешеүҙәр төҙөү өҫтөндә эш алып барыла. Бынан тыш, бразилиялылар ҡыҙыҡлы, файҙалы бәйләнештәр тәҡдим итә», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы һүҙҙәре буйынса, октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең беренсе төбәк-ара форумы уҙғарыласаҡ. «Республикаға губернаторҙар, провинция, штат башлыҡтары киләсәк. Беҙҙең төбәк башлыҡтары ла буласаҡ. Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яйға һалыуҙы мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ. Беҙгә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ кимәлендә илдәребеҙ араһында меңдәрсә бәйләнеш булдырырға кәрәк. Шул ваҡытта ошо халыҡ-ара форумдарҙың конструкцияһы ныҡ буласаҡ. Сөнки ул бик күп эшлекле бәйләнештәр менән тәьмин ителәсәк. Был йәһәттән беҙ әүҙем эшләйәсәкбеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.