10 декабрь, Шәмбе

08 июль 2015 йыл, 10:15

Өфө Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәгенә әүерелде — Рәсәй Президенты кәңәшсеһе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Өфөләге инфраструктураны яңыртыу һөҙөмтәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһын Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге тип атарға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015-2016 йылдарҙа БРИКС берекмәһендә Рәсәйҙең рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитетының яуаплы секретары Антон Кобяков Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

— Мин урындағы халыҡҡа һәм Башҡортостан Башлығына саммиттарға әҙерлек осоронда башҡарылған күләмле эш өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Антон Кобяков.  

Ул Өфө аэропортының яңы халыҡ-ара терминалын төҙөү һәм сафҡа индереүҙе, саммиттар үтәсәк төп урындарҙы — Конгресс-холды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын һәм башҡа объекттарҙы төҙөкләндереүҙе билдәләне.

— Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алты яңы ҡунаҡхана төҙөлдө, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы реконструкцияланды, — тине Антон Кобяков. — Отелдәрҙе төҙөүгә инвесторҙар аҡса йүнәлтте, был эшҡыуарлыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы форматы. Өфөлә номерҙар фонды 113 мең квадрат метрға артты. Булдырылған база халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Рәсәй картаһында яңы конгресс майҙансығы барлыҡҡа килде, тип әйтергә була.

Антон Кобяков ШОС һәм БРИКС саммиттары саралары хаҡында һөйләне, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса программа документтары ҡабул ителәсәк. Улар араһында Өфө декларацияһы бар, тағы ла бер нисә белдереү планлаштырыла.

Алдан хәбәр ителгәнсә, БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү юлдары тикшереләсәк. БРИКС-тың яңы үҫеш банкы һәм Валюта резервтары берекмәһенең эшмәкәрлек перспективалары тураһында фекер алышыу буласаҡ.

Саралар программаһында БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған. Рәсәй Президенты БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән айырым әңгәмә үткәрәсәк.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының көн тәртибендә – ойошманы артабан үҫтереү, уның халыҡ-ара ареналағы ролен нығытыу, мөһим донъя һәм төбәк проблемалары буйынса идара итеүҙе көйләү мәсьәләләре. Лидерҙар документтар йыйылмаһына, шул иҫәптән ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуясаҡ. Шулай уҡ Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү тәртибенең башланыуы хаҡында ҡарар көтөлә.

Өфөлә Владимир Путиндың БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән ике яҡлы осрашыуҙары ҡаралған.