Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Дмитрий Мезенцев: «Ошо көндәрҙә Өфө донъяның сәйәси картаһында донъяуи ваҡиғаларҙың баш ҡалаһы буласаҡ»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Ошо көндәрҙә Өфө донъяның сәйәси картаһында донъяуи ваҡиғаларҙың баш ҡалаһы буласаҡ», — тип белдерҙе Өфөгә халыҡ-ара саммиттарҙа ҡатнашыу өсөн килгән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев.

7 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары менән эш осрашыуы үткәрҙе.

«Мин Рәсәй рәйеслегендәге команда менән бергә ШОС һәм БРИКС саммиттарына этаплы әҙерлекте тәьмин итеүсе Башҡортостан Башлығына, Хөкүмәткә, республика командаһына рәхмәт белдерәм. Кисә беҙ Рәсәй ойоштороу комитетының яуаплы секретары, Рәсәй Президенты кәңәшсеһе Антон Анатольевич Кобяков, уның коллегалары, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре менән Конгресс-холдың бөтә биналарын, матбуғат үҙәген ҡарап сыҡтыҡ. Бик ҙур эш башҡарылған. Бер-ике көн, ике аҙна ҡалғас бер ниндәй ҙә эштәрҙең булмауы бик мөһим. Бер нисә ай элек Рөстәм Зәки улы Өфөнөң саммиттарға әҙер булыуы хаҡында һөйләгәйне. Был эҙмә-эҙлекле, өс йылға яҡын алып барылған эшкә иң яҡшы дәлил булып тора. Был бөтә ойоштороу, технологик һәм техник мәсьәләләрҙең ҡаршылыҡһыҙ хәл ителәсәге хаҡында һөйләй. Беҙ дәүләт башлыҡтары ойоштороу кимәле, Өфө ҡалаһы, һауа торошо, ошо тәбиғәт күренештәре менән ҡәнәғәт ҡалыр, тип иҫәп тотабыҙ», — тине Дмитрий Мезенцев журналистар менән осрашыуҙа.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитының эске йөкмәткеһе донъя берләшмәләре һәм илдәребеҙ өсөн әһәмиәтле буласаҡ». «Һис шикһеҙ, әҙерлек өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ, сөнки Рәсәй Федерацияһын күрһәтәбеҙ. Хәҙер беҙ илдең намыҫын яҡлайбыҙ, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтергә тырышабыҙ», — тип билдәләне республика Башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть