3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2015 йыл, 16:52

Баш ҡалаға Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 7 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума килде. Өфө аэропортында уны һәм тормош иптәшен республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Башҡортостандың баш ҡалаһында Джейкоб Зума БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһында тышҡы сауҙа  әйләнеше 53,4 мең доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 83 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Тауар әйләнешендәге иң юғары күрһәткестәр 2012 йылда, Башҡортостан Көньяҡ Африка Республикаһына иген оҙатҡан ваҡытта күҙәтелгән.

Республика биләмәһендә Башҡортостандың «Нефаз» һәм Көньяҡ Африка Республикаһының «Bell Equipment» компанияһының «Bell» самосвалдарын эшләү буйынса берлектәге проектына старт бирелгән. Әлеге ваҡытта тәүге өлгөләрҙе сафҡа индереү башланған. Самосвалды республика карьерҙарының береһендә һынау планлаштырыла.