Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө — яратҡан ҡалам» конкурсы йомғаҡтары буйынса республиканың баш ҡалаһы тураһында яңы фотоальбом төҙөлдө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Өфө — яратҡан ҡалам» конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында яңы фотоальбом төҙөлдө. Фотоһүрәттәр конкурсын тәүге тапҡыр Өфө хакимиәте һәм «Имидж-Консультант» компанияһы ойошторҙо. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән — Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Новосибирскиҙан, башҡа ҡалаларҙан 138 фотограф үҙҙәренең эштәрен ебәргән.

Бәйге «Портрет», «Пейзаж», «Жанр» номинациялары буйынса уҙғарылды. Фотоһүрәттәрҙә Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни мираҫы, уның сәнәғәт потенциалы, ҡаланың заманса йөҙө сағылыш тапҡан.

Эштәрҙе «National Geographic Россия» журналының арт-директоры Алевтина Сухорукова рәйеслегендәге жюри ағзалары баһаланы. Ҡыҫҡа исемлеккә ингән һүрәттәр күргәҙмәһе ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында күрһәтелде. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына хакимиәт башлығының дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Конкурсҡа тәҡдим ителгән фотоһүрәттәр Өфө тураһында яңы фотоальбомға индерелде.

«Альбом — ҡалаһын ихлас яратҡан һәм уның хаҡында илдә һәм унан ситтә лә күберәк белһендәр өсөн барыһын да эшләгән тиҫтәләрсә кешеләрҙең хеҙмәт емеше», — тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть