3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2015 йыл, 15:29

Өфө йырсыһы «Астана Арҡау» төрки музыкаһы фестивалендә Башҡортостан сәнғәтен күрһәтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт йырсыһы Иҙел Аралбаев «Астана Арҡау» VIII төрки музыкаһы фестивалендә ҡатнашты. «Иҙел Аралбаев ҡурайҙа уйнау менән йырҙы нисек гармониялы итеп берләштерергә мөмкин икәнлеген күрһәтте», — тип билдәләнә «Тюрк-медиа» сайтында.

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына 16 төрки дәүләттәре, төбәктәре һәм халыҡтары, шул иҫәптән Төркиә, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Татарстан, Хакасия, Таймырҙан һәм башҡа төбәктәрҙән вәкилдәр йыйылды. Фестивалдә «Сазген сазы» (Ҡаҙағстан) һәм «Ордо сахна» (Ҡырғыҙстан) коллективтары сығыш яһаны. «Сазген сазы» ансамбле өфөләргә «Урал ауазы» халыҡ-ара фестиваль-конкурсы аша таныш, быйыл улар Гран-приға лайыҡ булды.

2007 йылда ойошторолған «Астана Арҡау» фестивале Ҡаҙағстандың баш ҡалаһының визит карточкаһына әүерелде. Был башланғысты ҡаҙаҡ һәм төрки мәҙәниәттәрен популярлаштырыусы Галым Доскен тәҡдим иткән. 2012 йылдан сара ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәрендә уҙғарыла. Шулай уҡ концертта думбырасылар Рамазан Стамгазиев менән Ерлан Рыскали, Аҡтүбәнән 85 йәшлек аҡһаҡал Жумабай Жансугуров ҡатнашты.

«Астана Арҡау» фестивален ойоштороусылар сараға төрки халыҡтары вәкилдәрен саҡыра, — тип билдәләне «Ел» продюсер үҙәгенең генераль директоры Айгөл Бейсенбаева. — Иң ҙур төрки музыкаһы фестивале хәҙер киләһе йылда ойоштороласаҡ».