Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ инвестициялар буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Рөстәм Хәмитов «Ведомости» гәзитенә интервью бирҙе. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, «беҙҙең төбәк яҡшылар иҫәбендә: бурыс күп түгел — бюджеттың 24 проценты, тәүге биш айҙа һалым керемдәре артҡан — 7-8 процентҡа графиктан алда барабыҙ, беренсе кварталда инвестициялар 9 процентҡа үҫкән. Әлбиттә, бындай күрһәткестәр яҡшы, әммә әүҙемерәк үҫешергә ирек бирмәй».

Саммиттарға әҙерлек өсөн сығымдар тейешле күләмдә бүленде, тип ышана Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, «республика — 2 миллиард самаһы, Федерация аэродромды реконструкциялауға шунса уҡ сумма, эшҡыуарҙар ете отелде төҙөү өсөн 11 миллиардҡа яҡын аҡса йүнәлтте. Эштәрҙең күбеһе планға ярашлы башҡарылды. Дәүләт башлыҡтарының осрашыуы уҙасаҡ Конгресс-холды былай ҙа төҙөкләндерергә теләгәйнек, сөнки ул күп осраҡта буш тора ине. Хәҙер был бинала төрлө кимәлдәге саралар үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ беҙ юлдарҙы яңырттыҡ, фасадтарҙы һәм биналарҙы ремонтланыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, уй-ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ». «Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, беҙ үҙебеҙ хаҡында белдерҙек, шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә яҡшы — инвестициялар буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть