Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда кемдең эш хаҡы юғары икәнлеге билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда ҡайһы өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы юғары икәнлеге иҫәпләп сығарылды. Мәғлүмәттәр 2015 йылдың ғинуар-май айҙарында төбәктә иҡтисад, социаль һәм финанс тармаҡтарында хәлде үҙгәртеү буйынса отчет сиктәрендә билдәле булды.

Документтан күренеүенсә, апрелдә иң юғары хеҙмәт хаҡын файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусылар алған. Уларҙың эш хаҡы 44 меңдән ашыу тәшкил иткән. Икенсе урында — финанс эшмәкәрлеге (37 меңдән ашыу). Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 19,3 меңгә еткән һәм былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9 процентҡа артҡан, ә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләүселәр 23 меңдән ашыу ала, был 2014 йылға ҡарағанда 13,3 процентҡа күберәк.

Ағымдағы йылдың апрелендә Башҡортостанда хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 25,5 мең һум тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, бында 0,8 процентҡа кәмеү күҙәтелә. Республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2015 йылдың ғинуар-апрель айҙарында уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы күләме буйынса бишенсе урынды биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть