5 декабрь, Дүшәмбе

07 июль 2015 йыл, 12:50

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Башҡортостан музейҙарын ҡараясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 июлдә БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттарының мәҙәни программаһы сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында рәсми рәүештә «Үҙәк Евразияның традицион мәҙәниәте: Ебәк юлының мираҫы» күргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Тәүгеләрҙән булып уны Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм саммитта ҡатнашыусылар ҡараясаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Экспозицияла Үҙәк Евразия халыҡтарының мәҙәниәтен сағылдырған 400-ҙән ашыу экспонат: милли кейемдәр, биҙәүестәр, һауыт-һаба һәм көнкүреш әйберҙәре урын алған. Күргәҙмә Үҙәк Евразияның Бөйөк Ебәк юлының асылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән һәм үҫешкән этник һәм урындағы мәҙәниәттәренең үҙенсәлеген күрһәтә.

9 июлдә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында ведомство башлығы, БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусылар «XX быуаттың беренсе яртыһындағы рус сәнғәтендә Көнсығыш образы» күргәҙмәһенә старт бирәсәк. Экспозицияға 1910-1940 йылдарҙа ижад ителгән 70-кә яҡын рәсемдәр һәм график эштәр ҡуйылған. Күргәҙмәлә Илья Машков, Аристарх Лентулов, Александр Волков, Николай Карахан, Лев Крамаренко, Семен Чуйков һәм Ирина Жданконың әҫәрҙәрен күрергә мөмкин. Күләмле күргәҙмә проектын Көнсығыш халыҡтары сәнғәте дәүләт музейы, Третьяков галереяһы, А.Н.Радищев исемендәге Һарытау дәүләт художество музейы һәм Ш.Мәржәни исемендәге ғилми һәм мәҙәни программаларға ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү шәхси фонды ҡатнашлығында «РОСИЗО» дәүләт музей-күргәҙмә үҙәге тормошҡа ашыра.