4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2015 йыл, 12:03

Республикала Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге эшләй башланы. Республиканың Профилле дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, ойошма төбәктең Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды базаһында эшләй.

Үҙәк финанс планлаштырыу, йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә патент-лицензия ярҙамы мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәр күрһәтәсәк, хеҙмәткәрҙәр һайлауҙа ярҙам итәсәк, юридик, бухгалтер, инвестиция, мәғлүмәт йүнәлешендәге консультация бирәсәк.

Шулай уҡ үҙәк эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу, вебинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар, семинарҙар ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнәсәк.

темалар: эшҡыуарлыҡ